dllvse.ru
  • Презентации
  • Другое
  • Башҡорт теле, 6 класс. Башҡортостан йылғалары, күлдәре. Сифат темаһын ҡабатлау

Башҡорт теле, 6 класс. Башҡортостан йылғалары, күлдәре. Сифат темаһын ҡабатлау

Автор публикации:
Дата публикации:
Краткое описание:
1
Бөтә нәмә беҙҙең өсөн: Урман, күлдәр, сәхрәләр… Беҙҙең өсөн үҫә ерҙә Мең-мең...
Бөтә нәмә беҙҙең өсөн: Урман, күлдәр, сәхрәләр… Беҙҙең өсөн үҫә ерҙә Мең-мең төрлө сәскәләр.
2
Башҡортостан йылғалары, күлдәре
Башҡортостан йылғалары, күлдәре
0
Благодаря этой рекламе сайт может продолжать свое существование, спасибо за просмотр.
3
Һүҙлек һүҙҙәре иң ҡиммәтле тормош йылға күл оҙонлоғо киңлеге тәрәнлеге майҙан...
Һүҙлек һүҙҙәре иң ҡиммәтле тормош йылға күл оҙонлоғо киңлеге тәрәнлеге майҙаны тәшкил итә ҡоя – – – – – – – – – – самый дорогой жизнь река озеро длина ширина глубина площадь составляет впадает
4
5
Һыу - байлыҡ Һыу – тәбиғәттең иң ҡиммәтле байлығы.Унан башҡа тормош юҡ. Башҡо...
Һыу - байлыҡ Һыу – тәбиғәттең иң ҡиммәтле байлығы.Унан башҡа тормош юҡ. Башҡортостан йылғаларға һәм күлдәргә бик бай. Беҙҙә 2000 күл, 52 ҙур йылға бар.Йылғаларҙың дөйөм оҙонлоғо 42 мең километр тәшкил итә.
6
Бөтәһе 12725 йылға иҫәпләнә
Бөтәһе 12725 йылға иҫәпләнә
7
Иң ҙур йылғаларға Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим, Әй, Һаҡмар, Йүрүҙән йылғалары инә.
Иң ҙур йылғаларға Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим, Әй, Һаҡмар, Йүрүҙән йылғалары инә.
8
Ағиҙел йылғаһы Ағиҙел йылғаһы Урал тауы итәгенән (Учалы районы Яңы Хөсәйен Һә...
Ағиҙел йылғаһы Ағиҙел йылғаһы Урал тауы итәгенән (Учалы районы Яңы Хөсәйен Һәм Байһаҡап ауылдары янында) башлана. Ағиҙел - республикабыҙҙың иң ҙур йылғаһы. Ул Башҡортостан аша 1500 километр самаһы юл үтә.
9
Өфө ҡалаһы эргәһендә Ағиҙел күпере
Өфө ҡалаһы эргәһендә Ағиҙел күпере
10
Нөгөш, Стәрле, Ашҡаҙар, Егән, Еҙем, Ҡариҙел, Дим, Инйәр, Сөн һәм башҡа өс йөҙ...
Нөгөш, Стәрле, Ашҡаҙар, Егән, Еҙем, Ҡариҙел, Дим, Инйәр, Сөн һәм башҡа өс йөҙләп йылға ҡушылғас, Ағиҙел Кама, Волга йылғаларына ҡушылып, Каспий диңгеҙенә ҡоя. (Һүрәттә Ағиҙел менән Каманың ҡушылған ере.
11
Урал йылғаһы (1775 йылға тиклем Яйыҡ тип атала) Башҡортостандың Учалы районы...
Урал йылғаһы (1775 йылға тиклем Яйыҡ тип атала) Башҡортостандың Учалы районында башлана, Каспий диңгеҙенә ҡоя. Уның оҙонлоғо – 2534 км.Йылғаның төп ҡушылдыҡтары: Кесе Ҡыҙыл һәм Оло Ҡыҙыл, Йәнгел,Таналыҡ, Һаҡмар йылғалары. Урал йылғаһы
12
Ҡариҙел йылғаһы Ҡариҙел – күп һыулы йылға.Ағиҙел йылғаһының уң ҡушылдығы.Ул У...
Ҡариҙел йылғаһы Ҡариҙел – күп һыулы йылға.Ағиҙел йылғаһының уң ҡушылдығы.Ул Урал тау һыртынан, Силәбе өлкәһе Ҡарабаш тауы эргәһендәге Өфө күле- нән ағып сыға.Йылғаның оҙонлоғо 918 км.
13
Дим йылғаһы Дим йылғаһы Ағиҙелдең һул ҡушылдығы.Йылға Федоровка районында Стә...
Дим йылғаһы Дим йылғаһы Ағиҙелдең һул ҡушылдығы.Йылға Федоровка районында Стәрлебаш-Федоровка ҡалҡыулығынан башлана.Өфө эргәһендә Ағиҙелгә ҡоя.Оҙонлоғо – 556 км.
14
Йүрүҙән йылғаһы Йүрүҙән Ҡариҙел йылғаһының һул ҡушылдығы. Йылға Ямантауҙың тө...
Йүрүҙән йылғаһы Йүрүҙән Ҡариҙел йылғаһының һул ҡушылдығы. Йылға Ямантауҙың төнъяҡ итәгенән башлана һәм Белорет, Салауат, Дыуан,Ҡариҙел райондары аша аға.Оҙонлоғо - 404км.(Һүрәттә Салауат мәмерйәһе)
15
Инйәр йылғаһы Инйәр йылғаһы Инйәр ҡасабаһынан 1 км. төнъяҡтараҡ Оло һәм Кесе...
Инйәр йылғаһы Инйәр йылғаһы Инйәр ҡасабаһынан 1 км. төнъяҡтараҡ Оло һәм Кесе Инйәр йылғалары ҡушылған ерҙән башлана.
16
Инйәр – Эҫем йылғаһының һул ҡушылдығы. Оҙонлоғо – 307 км.
Инйәр – Эҫем йылғаһының һул ҡушылдығы. Оҙонлоғо – 307 км.
17
Әй йылғаһы Әй йылғаһы Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһынан 40 км ситтә Көртмәл...
Әй йылғаһы Әй йылғаһы Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһынан 40 км ситтә Көртмәле һаҙлығынан башлана һәм Ҡариҙел йылғаһына ҡоя. Оҙонлоғо – 549 км.
18
Әй йылғаһы Салауат, Ҡыйғы, Дыуан, Мәсетле райондары аша аға. (Һүрәттә Әйҙә тә...
Әй йылғаһы Салауат, Ҡыйғы, Дыуан, Мәсетле райондары аша аға. (Һүрәттә Әйҙә тәбиғи фонтандар)
19
Еҙем йылғаһы Ағиҙелдең уң яҡ ҡушылдығы.Ишембай районының Ҡалмаҡ ауылынан 5 км...
Еҙем йылғаһы Ағиҙелдең уң яҡ ҡушылдығы.Ишембай районының Ҡалмаҡ ауылынан 5 км. алыҫлыҡта башлана.
20
Еҙем йылғаһы Белорет, Ғафури райондары аша аға.Оҙонлоғо – 215 км.
Еҙем йылғаһы Белорет, Ғафури райондары аша аға.Оҙонлоғо – 215 км.
21
Нөгөш йылғаһы Нөгөш – Ағиҙелдең уң ҡушылдығы. Ул Белорет районы Күкҡашҡа ауы...
Нөгөш йылғаһы Нөгөш – Ағиҙелдең уң ҡушылдығы. Ул Белорет районы Күкҡашҡа ауылынан 7 км. Алыҫлыҡта башлана. Оҙонлоғо – 235 км.
22
Өсән йылғаһы Ул Туймазы районы Бәләбәй районы, Красная Заря Ауылы эргәһенән...
Өсән йылғаһы Ул Туймазы районы Бәләбәй районы, Красная Заря Ауылы эргәһенән башлана. Оҙонлоғо – 147 км. Ыҡ йылғаһына ҡоя
23
Һаҡмар йылғаһы Һаҡмар Уралтау һыртының көнсығыш битләүенән башланып, Әбйәлил,...
Һаҡмар йылғаһы Һаҡмар Уралтау һыртының көнсығыш битләүенән башланып, Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары аша аға, Ырымбур өлкәһендә Уралға ҡушыла. Оҙонлоғо-760 км. Һаҡмарға Йылайыр, Бараҡал, Ҡаҫмарт, Эйек йылғалары ҡушыла.
24
Эйек йылғаһы Эйек – Һаҡмарҙың уң ҡушылдығы. Йылға Йылайыр районы Ҡана ауылына...
Эйек йылғаһы Эйек – Һаҡмарҙың уң ҡушылдығы. Йылға Йылайыр районы Ҡана ауылынан 12 км. Алыҫлыҡта башланып, Күгәрсен, Ейәнсура райондары аша аға. Оҙонлоғо – 341км. Эйеккә Энәк, Оло Һүрәм ҡушыла.
25
Кесе Һүрәм йылғаһы Кесе Һүрәм – тау йылғаһы.Ул Йылайыр районында башланып,Таҙ...
Кесе Һүрәм йылғаһы Кесе Һүрәм – тау йылғаһы.Ул Йылайыр районында башланып,Таҙлар ауылы эргәһендә Оло Һүрәмгә ҡушыла.Ҡушылдыҡтары – Аҙаҡлы, Оло Йылға, Әсташ, Ҡарһаҡлы, Йәлеү йылғалары.
26
Ләмәҙ йылғаһы
Ләмәҙ йылғаһы
27
Ирәмәл тауы йылғаһы
Ирәмәл тауы йылғаһы
28
Усолка йылғаһы Усолка йылғаһы Ғафури районы буйлап аға.Йылғаның һыуы минераль...
Усолка йылғаһы Усолка йылғаһы Ғафури районы буйлап аға.Йылғаның һыуы минераль тоҙҙарға бик бай.
29
Күлдәр Күлдәр – ул һыу алмашыуы аҡрын барған тәбиғи һыу ятҡылыҡтары. Башҡорто...
Күлдәр Күлдәр – ул һыу алмашыуы аҡрын барған тәбиғи һыу ятҡылыҡтары. Башҡортостанда 2 меңдән ашыу күл бар.
30
Күлдәр Асылыгүл, Ҡандракүл, Аҡкүл, Өргөн, Ҡарағайҙы, Оло Асыуҙы, Оҙонкүл, Яҡт...
Күлдәр Асылыгүл, Ҡандракүл, Аҡкүл, Өргөн, Ҡарағайҙы, Оло Асыуҙы, Оҙонкүл, Яҡтыкүл, Сыбаркүл, Яугүл, Мулдаҡ, Атауҙы, Талҡаҫ, Упҡанкүл, Ҡалҡан, Сыбаркүл, Суртанды күлдәре һәм башҡалар.
31
Асылыкүл Асылыкүл – иң ҙур күл.Ул Дәүләкән районында, ҡаланан 35 км. алыҫлыҡт...
Асылыкүл Асылыкүл – иң ҙур күл.Ул Дәүләкән районында, ҡаланан 35 км. алыҫлыҡта урынлашҡан.Күлдең киңлеге - 5, оҙонлоғо 8 км-ға етә.Тәрәнлеге 7 метрҙан артмай.Һыуы таҙа, әскелтем.
32
Яҡтыкүл Яҡтыкүл (Мауыҙҙы) Башҡортостандағы иң тәрән күл.Ул Әбйәлил районы Асҡ...
Яҡтыкүл Яҡтыкүл (Мауыҙҙы) Башҡортостандағы иң тәрән күл.Ул Әбйәлил районы Асҡар ауылынан 28 км. алыҫлыҡта урынлашҡан.Күл өҫтөнөң майҙаны 7,7 км., оҙонлоғо 4,17 км., иң тәрән урыны 28 метр.
33
Мулдаҡ күле Мулдаҡ күле Әбйәлил районында урынлашҡан. Күлдең диаметры - 3 км....
Мулдаҡ күле Мулдаҡ күле Әбйәлил районында урынлашҡан. Күлдең диаметры - 3 км., майҙаны – 8 кв.км. Һыуы тоҙло, шуға күрә балығы юҡ.
34
Талҡаҫ күле Талҡаҫ күле Баймаҡ районында Ирәндек тауы һыртының көнбайыш өлөшө...
Талҡаҫ күле Талҡаҫ күле Баймаҡ районында Ирәндек тауы һыртының көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан.Күл өҫтө майҙаны-3,9 кв.км., иң тәрән урыны-12 метр.
35
Ҡандракүл Ҡандракүл Туймазы районының Ҡандра-Әмин ҡасабаһынан 5 км. алыҫлыҡта...
Ҡандракүл Ҡандракүл Туймазы районының Ҡандра-Әмин ҡасабаһынан 5 км. алыҫлыҡта ята
36
Ҙурлығы яғынан Ҡандракүл республикала икенсе урында тора.Күл өҫтөнөң майҙаны...
Ҙурлығы яғынан Ҡандракүл республикала икенсе урында тора.Күл өҫтөнөң майҙаны –15,6 кв.км., иң тәрән урыны – 15,7 метр.Һыуы сөсө, тоноҡ.
37
Ҡалҡан күле (Учалы районында)
Ҡалҡан күле (Учалы районында)
38
Упҡанкүл (Нуриман районында)
Упҡанкүл (Нуриман районында)
39
Өргөн күле
Өргөн күле
40
Ауыш күле (Учалы районында)
Ауыш күле (Учалы районында)
41
Минең тыуған ҡырҙарым, Балдай татлы һыуҙарым, Яландарым, урманым, Күккә ашҡан...
Минең тыуған ҡырҙарым, Балдай татлы һыуҙарым, Яландарым, урманым, Күккә ашҡан Уралым,- Минең изге төйәгем, Һеҙҙе һөйә йөрәгем. С.Юлаев.
42
Йылғалар: Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим, Әй, Һаҡмар, Йүрүҙән, Нөгөш, Стәрле, Ашҡаҙар,...
Йылғалар: Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим, Әй, Һаҡмар, Йүрүҙән, Нөгөш, Стәрле, Ашҡаҙар, Егән, Еҙем, Ҡариҙел, Дим, Инйәр, Сөн, Урал (Яйыҡ), Өсән.
43
Күлдәр: Асылыкүл, Ҡандракүл, Аҡкүл, Өргөн, Ҡарағайҙы, Оло Асыуҙы, Оҙонкүл, Яҡ...
Күлдәр: Асылыкүл, Ҡандракүл, Аҡкүл, Өргөн, Ҡарағайҙы, Оло Асыуҙы, Оҙонкүл, Яҡтыкүл, Сыбаркүл, Яугүл, Мулдаҡ, Атауҙы, Талҡаҫ, Упҡанкүл, Ҡалҡан, Сыбаркүл, Суртан күле.
44
Күл тамсынан йыйыла. Тамсы тамып, күл яһай, тин йыйылып, һум яһай.  Тамсы та...
Күл тамсынан йыйыла. Тамсы тамып, күл яһай, тин йыйылып, һум яһай.  Тамсы тама-тама – күл була.  Күленә ҡарап ҡамышы. Ил төкөрһә, күл булыр. Мәҡәлдәр
45
46
47
48
49
Ҡәҙерле балалар! Йылға-күлдәребеҙҙе һаҡлайыҡ, һыуға сүп-сар, быяла ватыҡтары...
Ҡәҙерле балалар! Йылға-күлдәребеҙҙе һаҡлайыҡ, һыуға сүп-сар, быяла ватыҡтары ташламайыҡ! Ял итергә барған саҡта, яр буйҙарын йыйыштырайыҡ, үҙебеҙҙән һуң да таҙа ҡалдырайыҡ
X

Чтобы скачать данную презентацию, порекомендуйте её своим друзьям в любой соц. сети.

После этого кнопка ЗАГРУЗКИ станет активной!

Кнопки рекомендации:

загрузить презентацию